💎 Дуҫтар!!! Премьера ҡабул итегеҙ!!! Хистәр мәңгелек һәм улар бер ваҡытта ла һүрелмәй!!!
Йырҙың һүҙҙәре күңелемдән сыҡты!!!
Хистәр һүрелмәй, тик сәстәр үрелмәй,
Ниңә Ер шары кирегә өйрөлмәй?(әйләнмәй)
Нисек йәшәргә мөхәббәткә күмелмәй?
Ниңә икенсегә мөмкинлек бирелмәй.
Хистәр һүрелмәй, тик сәстәр үрелмәй,
Ниңә Ер шары кирегә өйрөлмәй?(әйләнмәй)
Нисек йәшәргә мөхәббәткә күмелмәй?
Ниңә икенсегә мөмкинлек бирелмәй.
Һине күргән төштәремә табынам яңынан,
Үткем килә шул юлдарҙан, тик тағы ла абынам.
Туҡтамай йәштәр биттән йәнә ағыла,
Бөгөн дә кер төшөмә, тип юрғанды ябынам.
Кәрәкмәй һүҙҙәр, әйтер күҙҙәр ҡарашымдан аңлаһаң,
Әҙермен әле ҡолоң булырға, әгәр яллаһаң.
Үткәреп аша ете диңгеҙ, ете даланан
Ризалығын, Фәтихәһен алыр өсөн Алланан!
Һаҡлайым күңелемдә иң яҡты хистәрҙе,
Мөхәббәткә күмелгән тылсымлы кистәрҙе
Ишет минең йырым— яңғырай hинең өсөн,
Тойғоларым тәрән һәм юғалтмаҫ көсөн.
Бергә яҙған китапты һин ябырға ашыҡма,
Бар ғүмерем бағышлайым— мәңгелеккэ ғашиҡмын.
Ҡояшлы иртәләрҙә булһаңсы уятыусым.
Һин минең мөғжизәм, һин минең тылсым.
Һинең нескәлек —ул иртәнге томан,
Һинең наҙлауың Ҡояштың нурынан.
Һин минең яңы көн, һин минең Йомам,
Иркәләйем, һырынам күҙемде йомам.
Хыялый төндәрҙә беҙҙе күҙәтергә сығыр Ай:
Диуана ғашиҡтар, тип әйтерһең, шыбырлай.
Беҙ икәү мәңге бергә, ышанам: был—яҙмыш,
Ҡурҡам хаталарҙан, яҙа баҫыуҙан яңылыш.
Туҡта, ашыҡма, саҡ ҡына түҙ, ялбарам үтенәм,
Уятырға ҡурҡам, аңлайым үбәм битенән...
Ғәҙеллегем юғалтып күмелдем ғәмһеҙлеккә.
Юғалтыуым, аҙашыуым хәҙерме мәңгелеккэ?
Ышанам барыбер, кайтырһың һин миңә,
Хаталарым аңланым, донъям һинһеҙ шиңә.
Йөрәк илай, күңел шыңшый, тойғолар өтә,
Ҡайт, яҙайык дауамын—
беҙҙең китап көтә!