“Атайсал” гәзите Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылында 109 йәшлек инәй йәшәүе тураһында яҙып сыҡҡайны. Хоҙай һаулыҡ бирһен йөҙйәшәр Ғәрифә Тәңребирҙина инәйгә! Беҙҙең Һабыр ауылында йөҙгә еткән ололар булмаһа ла , туғыҙынсы тиҫтәһен тултырырға йөрөгән өлкәндәр бар әле. Шундайҙарҙың береһе , 1929 йылғы Булатова Нәзифә инәй. Тыумышы менән ул Ашҡаҙар ауылынан. Бала сағы илдә барған төрлө түңкәрелештәр , һуғыш –уларҙың ғаиләһен дә урап үтмәй. Етемлектә үткән бала сағын күҙ йәштәре аша иҫләп һөйләне ул. Атаһы Әхмәтйән- золом ҡорбаны , бер-ниндәй ғәйепһеҙ ҡулға алынған еренән кире ҡайтмай . ( Күп йылдар үткәс репрессияға эләккән атаһының исеме реабилитацияланып, нахаҡҡа ғәйепләнеүе аҡлана). Әсәһе Латифа ҡулында дүрт бала менән ҡала. Һуңыраҡ ошаҡ буйынса Әхмәтдин ағаһын да төрмәгә ябалар, уға кире ҡайтырға насип булмай. Һуғыш йылдарының михнәттәрен өс балаһы менән:
Нәзифә-1929й , Хәнифә – 1932й ,Мәхәмәдйән -1936 й, кисерә әсәләре, аслы-туҡлы ,кеше күргәнде күреп көн итәләр Ләкин аяуһыҙ яҙмыш әсәйһеҙ ҙә ҡалдыра ул балаларҙы. Ҡара көҙҙә Бүребай баҙарына үгеҙ егеп киткән әсәләре ,ҡайтышлай ҡарлы рашҡыға эләгеп аҙаша һәм юлда туңып үлеп ҡала. Үкһеҙ етем ҡалған балалар үҙ көндәрен үҙҙәре күрә,колхозға һарыҡ ҡараусы , һабансыға ярҙамсы булып эшкә төшәләр. Үҫмер Нәзифәне Кемероваға заводҡа эшкә ебәрәләр, өс йыл эшләп ҡайта унда ул. Һабырҙан Теүәлбаева Фатима менән бергә булғандар.Ҡайтҡас Күркәтауға ағас ҡырҡырға ебәрәләр.
- Ашҡаҙарҙан күмәк булдыҡ. Миңнебикә, Нәбирә , Ибраһим ...Хәҙер күбеһе юҡ инде был донъяларҙа. Ибраһим беҙгә сабата үреп бирә т орғайны. Миңнебикә менән бер пар булдыҡ, ҡул бысҡыһы менән ҡарағай йыҡтыҡ. Бер юлы ,инде ағасты йыҡтыҡ тигәндә, бысҡыбыҙ ҡыҫылып ҡалды, уны тартып алам тигәнсә, ағас өҫкә ауып , аяғымды һындырҙы...,- тип бәйән итте Нәзифә инәй кисергәндәрен.
Хәнифә һеңлеһен Ҡаҙырша ауылы егете Ғәҙелшаға димләп кейәүгә бирәләр. Әйткәндәй, Ғәҙелша һәм Хәнифә Ҡыҙрасовтар бергә 65 йылға яҡын өлгөлө, дан ғаилә булып бәхетле ғүмер иттеләр.Хәнифә апай былтыр 87 –се йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Ғәҙелша ағайға быйыл 90 йәш тулды.
Нәзифә инәй , имгәнеп ҡалғас, тормошҡа сығырға баҙнат итмәй, ҡустыһы Мәхәмәдйән менән килене Көнһылыуҙың ғаиләһе менән бергә йәшәй. Уларҙың балаларын үҙ балалары кеүек ҡарашып үҫтерешә, Улары үҙаллы тормош ҡороп йәшәй башлағас та , һәр- береһенә өлгөрөп ҡулынан килгәнсә өй эштәрендә ярҙамлаша, инде бер-бер артлы донъяға килгән ейән-ейәнсәрҙәрҙе лә ҡараша.
Бер –нисә йыл элек ул , яҙа баҫып, тағы ҡазаланып, ике йылға яҡын аяғына баҫа алмай ултырҙы. Шул ауыр көндәрҙә , яҡындары бөтәһе бер булып инәйҙәрен бағып , аяҡҡа баҫтырҙылар. Аяғы һынып атлай алмай ултырған Нәзифә инәйҙе бала шикелле ҡаранылар, күтәреп мунсаһына ла йөрөттөләр... Игелекле туғандарына, килендәренә, ҡыҙҙарына,улдарына – ҡылған изгелектәре үҙҙәренә мең рәхмәттәр булып ҡайтыуын теләп , фатихаларын биреп, Хоҙайҙан барыһына иҫәнлек-һаулыҡ һорап ултыра Нәзифә инәй.
"- 1 июль 90 йәшем тула алла бирһә, барлыҡ туғандарыбыҙ йыйыла.Ҡорбан салабыҙ . Байрам бит , тип өйөмдө лә буяп, матурлап ултыртып ҡуйҙылар ,- тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты юбиляр .
Нәзифә инәйгә йөҙйәшәрҙәр сафына баҫырға насип булһын !