Ап-аҡ күлдәк кейгән көнөм,
Сикһеҙ бәхетле сағым...
Яҙмышымда иң яуаплы,
Оло тормошҡа аҙым.
Мин тыуғанмын был донъяға
Йәмгә күмеп март айын.
Гөлирә тип исем биргән,
Ҡартәсәй, ҡартатайым.
Көтөп алған ҡыҙ бала мин,
Исемемдә гөл-сәскә.
Һөйөү-наҙҙарға төрөнөп
Мин еттем ошо йәшкә...
Атай, әсәй! Һеҙҙең өсөн
Бер бөртөк мин, берҙән-бер.
Бары һеҙҙән ғүмер буйы
Йәшәү көсөн алам гел.
Һеҙгә һыйынып йәшәйем,
Терәк тоям һәр ваҡыт.
Күңелегеҙ гел өҙөлә,
Минең өсөн йән атып.
Бәхеткә тулы булды гел
Бала сағым, һәр көнөм.
Шуның өсөн һеҙҙең алда
Башымды эйәм бөгөн.
Хәҙер минең ышығым бар,
Ел-ямғырҙан, дауылдан.
Бөгөндән минең яҙмышым
Һинең ҡулдарҙа, Фидан.
Өлөшөмә яҙғаныңды
Бер ҡараштан аңланым.
Ниндәйҙер бер көс менән һин
Йөрәгемде арбаның.
"hылыуым", тиеп бер өндәшһәң,
Талпынып күккә менәм...
Шундай бәхетле кешемен
Донъяла һинең менән.
Тырыш, уңған, бик оҫта һин,
Һәр эшкә етә көсөң.
Мең-мең рәхмәт атайыңа
Шундай булғаның өсөн.
Күп нәмәгә өйрәткән ул,
Дөрөҫ тәрбиә биреп.
Тап шуға ла һин тормошта
Ышаныслы ир-егет.
Бөгөндән бергә атлайбыҙ
Бәхетле, уртаҡ юлдан.
Бар йөрәктән рәхмәт әйтеп,
Яратам һине, Фидан.
28.08.2020 #нашмаленькийпраздник